Әбейҙәр сыуағы аҙна аҙағына тиклем һаҡлана

Синоптиктар ағымдағы аҙнаға һауа торошо тураһында мәғлүмәтте иғлан итте.

Яңы эш аҙнаһы +25 градуслыҡ йылы менән башланды. Башгидрометүҙәк мәғлүмәттәре буйынса, бөгөн дә көндөң аяҙлы-болотло, башлыса яуым-төшөмһөҙ булыуы күҙаллана. Ел йүнәлешен үҙгәртеүсән, секундына 5 метрғаса. Һауа температураһы +25 градусҡа тиклем күтәрелә. Аҙна аҙағына көндәр бер аҙ һыуыта төшә.