Иртә менән егермеләгән авария теркәлгәйне. Юл хәрәкәте именлеге дәүләт инспекцияһы хәрәкәт иткәндә мотлаҡ һауа шарттарын иҫәпкә алырға саҡыра. Башҡортостандың гидрометеорология үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, беҙҙе ҡарлы һәм һыуыҡ аҙна көтә. Һауа температураһы 8 градус һалҡындан 30 градусҡаса төшәсәк. Ял көндәрендә 28-30 градусҡа тиклем һыуыта. Шул уҡ ваҡытта бер аҙ ҡар ҙа яуасаҡ, тип хәбәр итә синоптиктар. Ғәҙәттән тыш хәлдәр идаралығы был көндәрҙә алыҫ юлға сыҡмаҫҡа саҡыра.
Өфөлә водителдәр бөгөн тағы ла ун баллыҡ тығындарҙа торҙо
Тулыраҡ: Өфөлә водителдәр бөгөн тағы ла ун баллыҡ тығындарҙа торҙо