Башҡортостанда тәүге ҡар яуҙы

Тулыраҡ: Башҡортостанда тәүге ҡар яуҙы

Интернет биттәрендә Белорет – Абҙаҡ юлында төшөрөлгән видео ла бар. Яҙманан күренеүенсә, таулы төбәктә үлән һәм ағас өҫтәрен аҡ ҡаплап бөтә. Бер нисә минут дауам иткән ҡар тиҙ арала иреп өлгөрә. Синоптиктар ҡар ҡатыш ямғыр яуасағы хаҡында алдан иҫкәрткәйне. Әле республика биләмәләренә арктик һауа массаһы тәьҫир итә, бөгөн һәм иртәгә көндәр һалҡын торасаҡ тип фаразлана.