Тәбиғәт көйһөҙләнеүен дауам итә

Тулыраҡ: Тәбиғәт көйһөҙләнеүен дауам итә

Бер көндә ҡар, иртәгәһенә ямғыр яуа. Өфөлә бөгөнгө иртәнге ҡойма ямғыр юлдарҙа хәрәкәтте туҡтатты тиерлек. Бер-нисә минут эсендә башҡала урамдары ямғыр һыуҙары менән тулды. Юлдарҙың айырым өлөштәренән бөтөнләй үтерлек түгел ине. Синоптиктар мәғлүмәттәренә ҡарағанда, иртәгәнән көндәрҙе йылыта башлай. Әммә ваҡыты-ваҡыты менән ямғыр яуасаҡ. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, быға тиклем Дүртөйлө, Салауат, Ишембай, Нефтекама, Стәрлетамаҡ ҡалаларында ҡар яуғайны.