Башҡортостандағы яңы мәҙәни обьект – Евразияның күсмә халыҡтары цивилизацияһы музейын төҙөүҙең төп өлөшөнә старт бирелә. Был геолокация эске туризмды үҫтереү генә түгел, ә тарихты ҡайтанан барлап сығыу мөмкинлеген бирә. “Иғтибар үҙәгендә” тапшырыуының шаршамбылағы, сираттағы сығарылышы тап ошо юҫыҡта бара. Тура эфир студияһы ҡунағы – Башҡортостандың күсемһеҙ мәҙәни милек обьекттарын файҙаланыу буйынса үҙәк етәксеһе Данир Ғәйнулллин. 13 сәғәт 20 минутта башланасаҡ тапшырыуҙа "Ирәндек" асыҡ һауа музейын булдырыу тураһында ла һөйләшеү көтөлә.
Тура эфир телефоны: 8(347) 246-50-33