Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө уңайынан Өфөлә Махсус хәрби операция яугирҙәренең ғаиләләрен тәбрикләнеләр

Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө уңайынан Өфөлә Махсус хәрби операция яугирҙәренең ғаиләләрен тәбрикләнеләр
  • Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө уңайынан Өфөлә Махсус хәрби операция яугирҙәренең ғаиләләрен тәбрикләнеләр

Йәш әсәләргә наградалар тапшырылды. Рәсәйҙә был байрам 2008 йылда барлыҡҡа килде, 2022 йылдан Владимир Путин Указы менән ул рәсми билдәләнә.

Улар донъяға — яңы тормош бүләк итте. Республика перинаталь үҙәгендә йәш әсәйҙәрҙе ҡотланылар. Ирҙәре махсус хәрби операцияла ил алдында хәрби бурыстарын үтәгәндә, ҡатындар ғаилә усағын һаҡлай, балаларын тәрбиәләй. Камила Ғәйнуллина күптән түгел икенсе тапҡыр әсәй булды.

Байрам уңайынан Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры әсәйҙәргә Ватанды һаҡлаусылар йылы хөрмәтенә сығарылған миҙалдарҙы тапшырҙы. Шулай уҡ уларға бала табыу йортонан фотокитаптар һәм туҡланыу өсөн ултырғыстар бүләк итәләр. Айрат Рәхмәтуллин Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса Республикала махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙарҙы һәм уларҙың ғаиләләренә төрлө ярҙам күрһәтелеүен дә билдәләне.

Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөндә өлгөлө ғаиләләрҙе тәбрикләнеләр. Өфө ҡалаһының тарих музейында 25 йылдан ашыу бергә йәшәгән 7 пар «мөхәббәт һәм тоғролоҡ өсөн» йәмәғәт миҙалына лайыҡ булды. Мәғәсүм Мәғәфүр улы менән Фатима Каррам ҡыҙы Хәбиповтар 53 йыл бергә йәшәй. Улар оҙон ғүмерле бәхетле ғаилә булыу сере менән уртаҡлашты.

Әлбиттә, улдары ла ата-әсәһе менән сикһеҙ ғорурлана. Улар бар ғүмерҙәрен янғынға ҡаршы көрәш һәм уларҙы иҫкәртеү хеҙмәтенә бағышлай.

Әйткәндәй, ойоштороусыларҙың бурысы еңелдән түгел — бүләкләү өсөн иң-иңдәрен һайлап алырға кәрәк. Был залдағы һәр ғаилә тураһында сәғәттәр буйы һөйләргә мөмкин.

Иң ихлас байрамды бөтә ил православие изгеләре Петр һәм Феврония көнөндә билдәләй. «Ғаилә» скверында ошо уңайҙан матур сара үтте.

Байрам бөтә быуын вәкилдәре өсөн дә ҡыҙыҡлы үтте. Өлкәндәр өсөн-концерт, ә йәштәргә — оҫталыҡ дәрестәре ойошторолдо, халыҡ уйындарында ҡатнаша алдылар.

Был көндөң сағыу ваҡиғаларының береһе — ғаилә парады. Уны ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова етәкләй.