Исемлек киңәйтелде

Тулыраҡ: Исемлек киңәйтелде

Башҡортостанда тағы ла күберәк ғаиләләр тәүге сабыйы тыуғанда 300 мең һум күләмендәге түләүгә иҫәп тота ала.Тәүге балаһы республиканан ситтә тыуған ғаиләләр ҙә был программа ла ҡатнаша ала. Бынан тыш, таныҡлыҡтың ғәмәлдәге ваҡыты 6 айҙан 9-ға тиклем артырыла. Шулай уҡ беренсе балалары 2017 йылдың 1 ғинуарынан 2018 йылдың 1 мартына тиклемге осорҙа тыуған ғаиләләр өсөн ғаризалар һәм документтар тапшырыу ваҡыты 6 айға арттырылды. Бынан ары, кире яуап алған ғаиләләр ғәмәлдәге Тәртипкә үҙгәрештәр үҙ көсөнә ингәндән һуң, 1 сентябргә тиклем ҡабаттан документтарын тапшыра ала. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, республикала демографик хәлде яҡшыртыу өсөн Башҡортостан башлығы Рөстәм Хәмитов тәүге балаһы тыуған йәш ғаиләләргә социаль түләүҙе биреү тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы.Быйыл пособие түләүгә 325 миллион һум ҡаралған. Өс йыл дауамында был программа буйынса ике меңдән ашыу кеше сертификат алыр тип көтөлә.