Арктик фронт үтеү менән һауа температураһы көндөҙ +11, +16 градусҡаса түбәнәйә, көньяҡта +20,+25 градус йылы һаҡлана әле.
Аҙна аҙағында һалҡын һауа торошо, урыны менән 0, 5 градусҡа тиклем һалҡынайтыуы, ҡырау төшөүе көтөлә, көндөҙ 5, 10 градус йылы. Республиканың төньяҡ һәм таулы райондарында аҙна һуңында ҡар ҡатыш ямғыр яуыуы ихтимал, тип хәбәр итә синоптиктар. Рәсәй гидрометеоүҙәге хәбәр итеүенсә, әле Рәсәйҙең 15-20 проценты ҡар менән ҡапланған.






