Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан белдереүҙәренсә, электр сиреналары 3 минутҡа ҡабыҙыла, шулай уҡ, телевидение һәм радио каналдары аша хәбәр таратыласаҡ. Бындай саралар системаның әҙерлеген тикшереү өсөн үткәрелә.
Радий Хәбиров сиреналар тауышын ишеткәндә хәүефләнмәҫкә кәңәш итте. Ҡатмарлы осорҙа йәшәйбеҙ. Граждандар оборонаһы хеҙмәте яҡшы эшләргә тейеш. Кешеләргә күнекмәләр уҙғарылыуын аңлатырға кәрәк, — тине төбәк етәксеһе хөкүмәттә оператив кәңәшмәлә.
Республикала иҫкәртеү системаһы 1-се октябрҙә тикшерелә. Иртәнге сәғәттәрҙә ваҡыты менән сиреналар яңғырай.







