Башҡортостанда тағы ла сиреналар яңғыраны

Үҙәкләштерелгән хәбәр итеү системаһы тикшерелде.
  • Башҡортостанда тағы ла сиреналар яңғыраны

Өфөлә күп ҡатлы йорттарҙа подъездар ябылды. Үҙәкләштерелгән хәбәр итеү системаһын тикшереү сигналы домофондар аша ла тапшырылды. Был, әлбиттә, тәү сиратта именлек сараһы. Ул халыҡты ниндәй ҙә булһа ғәҙәттән тыш хәл эҙемтәһенән һаҡларға мөмкинлек бирә.