Сиреналар яңғыраясаҡ

9 октябрҙә сиреналар яңғыраясаҡ.
  • Сиреналар яңғыраясаҡ

Рәсәй хөкүмәте рәйесе Михаил Мишустин раҫлаған яңыртылған графикка ярашлы, 9 октябрҙә урындағы ваҡыт буйынса иртәнге сәғәт 10-дан киске 6-ға тиклем тотош илдә, шул иҫәптән Башҡортостанда, сиреналар яңғыраясаҡ. «Бөтәһенә лә иғтибар!» сигналы өс минутҡа ҡабыҙыла. 7 октябргә планлаштырылған Халыҡты иҫкәртеү системаһын комплекслы тикшереү 7 октябрь булырға тейеш ине. Әммә ул 9-ына күсерелде.