Республика Башлығы социаль селтәрҙә Владимир Путинға беҙҙең төбәккә бүлгән иғтибары өсөн рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.
"Дәүләт башлығына республикабыҙға иғтибары өсөн рәхмәт белдерәм. Башҡортостан һәр саҡ уның ярҙамын тоя. Ҙур инфраструктура проекттарын ғәмәлгә ашырабыҙ, халҡыбыҙ өсөн мөһим төҙөлөштәр атҡарабыҙ. Бергәләп ышаныслы үҫешәбеҙ. Шундай көслө лидер етәкселегендә эшләү хөрмәтенә эйә булыуым менән ғорурланам. Республика һәр саҡ Рәсәйҙең ышаныслы терәге һәм беҙ һәр ваҡыт шулай булһын өсөн барыһын да эшләйәсәкбеҙ", — тип яҙа Радий Хәбиров.







