Радий Хәбиров Рәсәй президентын күп милләтле Башҡортостан халҡы исеменән тыуған көнө менән ҡотланы

Республика башлығы билдәләүенсә, Владимир Путин һәр саҡ Башҡортостанға ҙур иғтибар бирә.
  • Радий Хәбиров Рәсәй президентын күп милләтле Башҡортостан халҡы исеменән тыуған көнө менән ҡотланы
Рәсәй президенты ярҙамында төбәктә мөһим социаль һәм инфраструктура объекттары төҙөлә, мәктәптәр тәртипкә килтерелә, юғары белем һәм фән үҫешә, яңы һаулыҡ һаҡлау учреждениелары һәм спорт үҙәктәре асыла. Башҡортостан һәр саҡ илебеҙҙең терәк төбәге булып ҡаласаҡ. Президент ҡарарҙарын беҙ бар республика менән хуплайбыҙ. Бөтә ил менән беҙ Еңеү өсөн тырышабыҙ. Фронтҡа ярҙам итеп, социаль-иҡтисади үҫеш, социаль бурыстарҙы үтәү, ғаиләләрҙең именлеге тураһында ла онотмайбыҙ. Былар ил президенты ҡуйған бурыстар, тигән үҙ ҡотлауында Радий Хәбиров.