19 декабрҙә Владимир Путин журналистар менән осрашып халыҡ һорауҙарына яуап бирә. Быйыл күтәреләсәк темалар исемлегендә ғәҙәттәгесә, илдең социаль-иҡтисади үҫеше, тышҡы сәйәсәт, махсус хәрби операция, коррупцияға ҡаршы көрәш көнүҙәк темалар иҫәбендә буласаҡ тип иҫәпләй белгестәр. Эске сәйәсәткә ҡағылған һорауҙар ҙа ситтә ҡалмаҫҡа тейеш.
Дәүләт башлығына һорауҙарҙы тура эфир тамамланғанға тиклем ебәрергә мөмкин. Мөрәжәғәттәр һаны күптән инде 1 миллиондан ашты. Һорауҙар программаның рәсми сайтында текст һәм видеоформатта ла бирелә, 0-40-40 һандарына SMS йәки MMS ебәрергә мөмкин, шулай уҡ 8-800-200-40-40 телефоны буйынса шылтыратырға ла мөмкин. Мөрәжәғәттәрҙе граждандар «Однокласники», «Бәйләнештә» социаль селтәрҙәрендәге рәсми төркөмдәр аша һәм тәүге тапҡыр,Рәсәйҙең Мах мессенджеры ярҙамында ла бирә ала.







