Республика көнөндә йылы була

Синоптиктар 3 көнлөк байрамдар ваҡытына һауа торошо буйынса фараздарын еткерҙе.

Ун беренсе октябрҙә һауа температураһы 14 градусҡа тиклем йылына, яуым-төшөм көтөлмәй. Йәкшәмбелә шулай уҡ ҡоро һәм 12 градусҡа тиклем йылыта. Төндә 5-7 градус тирәһе. 13 октябрь генә урыны менән бер аҙ ямғыр яуасаҡ, көн бер аҙ һалҡынайта – 9 градус тирәһе булыр тип, хәбәр итә синоптиктар.