Башҡорт телен үҫтереү мәсьәләләре - иғтибар үҙәгендә

Башҡортостанда тел сәйәсәте өлкәһендәге ҡануниәттең үтәлешен бөгөн Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙа тикшерҙеләр.
  • Башҡорт телен үҫтереү мәсьәләләре - иғтибар үҙәгендә

Эшсе төркөм ултырышында Башҡортостан халыҡтары телдәре һәм дәүләт телдәре ҡануниәттәре үтәлеше, был тәңгәлдә булған мәсьәләләр күтәрелде. Кәңәшмә төбәк парламенты рәйесе урынбаҫары Тамара Танһыҡҡужина етәкселегендә үтте. Республикала башҡорт телен тергеҙеү, һаҡлау һәм үҫтереү буйынса эш йомғаҡтарын тикшереү һәм үҫеш перспективаларын билдәләү планлаштырылды.

Бөтә Донъя башҡорттары ҡоролтайы ағзалары үҙҙәренең проекттары менән таныштырҙы, уларҙың һәр-береһе үҙ тәҡдимдәрен индерҙе. Комиссияның төп эше, маҡсаты булып туған телдең мәртәбәһен арттырыу, уны төрлө тел вандализмдарынан һаҡлау, башҡорт теленең матурлығын юҡҡа сығарыу процестарына ҡаршы тороу бурысы тора. Муниципалитеттарҙа телде һаҡлау һәм үҫтереү буйынса эште йәнләндереү кәрәклеге әйтелде.