Интернетта башҡорт телен дистанцион өйрәнеү платформаһы эш башланы. Башҡорт дәүләт педагогия университеты уйлап сығарған халыҡ-ара система телде башлап өйрәнеүселәргә һәм үҙ белемен нығытырға теләүселәргә иҫәпләнгән. Электрон уҡытыусыны юғары уҡыу йорто студенттары үҙҙәрендә һынап та ҡараған. Алена Дятлова рус милләтенән булһа ла башҡортса яҡшы аңлай һәм һөйләшә, ерле халыҡ телен икмәк-тоҙлоҡ булһа ла белеү һәр кемдең бурысы тип иҫәпләй ул. Быйыл ғына уҡыуҙы бөтөп башҡорт теле уҡытыусыһы һөнәрен һайлаған ҡыҙ яңы дистанцион дәреслектең мөмкинлектәрен баһалап та өлгөргән.
Системаның телде өйрәнеү бүлегендә әлегә база варианты эшләй, ул рус телле тыңлаусыларға иҫәпләнгән һәм 21 дәрестән тора. Бынан тыш унда Башҡортостан тарихы, республиканың иҫтәлекле урындары менән танышырға мөмкин, рус-башҡорт һүҙлеге лә бар.
Электрон дәреслек быға тиклем булғандарына оҡшамаған, ти проект авторҙары. Ә уҡытыу методикаһы 2013 йылдан университеттың башҡа факультеттарында һынау үтә.
Һынау рәүешендә эш башлаған электрон ресурсты башҡорт википедияһы ирекмәндәре һәм тел белгестәре лә юғары баһалаған. Бында башҡорт телен өйрәнеү менән бер рәттән республика хаҡында күп мәғлүмәттәр алырға, бер үк рәттән сервисҡа үҙ аллы фото һәм видеоматериалдар өҫтәргә мөмкин.
Башҡорт телен үҙ аллы өйрәнергә теләүселәр буласағында шик юҡ. Сөнки портал бер нисә көн генә эшләүгә ҡарамаҫтан унда көнөнә 2 меңдән ашыу кеше инеп ҡарай. Теркәлеүселәр һаны ла көндән-көн арта.
Бөйөк мәғрифәтсе Мифтахетдин Аҡмулла нәсихәттәр әйткән телде бөгөн рус телендә һөйләшкән һәр кемдең бер ҡыйынлыҡһыҙ өйрәнеү мөмкинлеге бар. Портал үҙ телен онотоп, шулай ҙа уны өйрәнергә теләүселәр өсөн дә ҡулай, сөнки интерфейс кеҫә телефонына ла яраҡлаштырып үшләнгән. Киләсәктә даирәләр тағы ла киңәйергә тейеш, проект авторҙары уның инглиз телендәге вариантын сығарырға вәғәҙәләй.