Синоптиктар алдағы көндәрҙә лә епшек ҡар һәм боҙлауыҡ булыуы тураһында иҫкәртә

Бөгөн республика биләмәләрендә бер аҙ ямғыр, төндә һәм иртән ҡар ҡатыш ямғыр яуыуы көтөлә.

Урыны менән тимер сымдарға һәм ағастарға епшек ҡар һырыуы, юлдарҙа тайғаҡ булыуы ихтимал. Республиканың көнсығыш райондарында ваҡытлыса ҡар ятыуы көтөлә. Һауа температураһы төндә 2 градус һыуыҡтан 3 градусҡаса йылы, көндөҙ 8 градустан да уҙмай.

Иртәгә лә ошондай уҡ һауа торошо һаҡлана. Төндә көнсығыш райондарҙа йәнә ҡар яуыуы ихтимал. Көндөҙ ямғыр, ә таулы райондарҙа боҙлауыҡ фаразлана.