Һүрәттәрҙең авторы – Өфө ҡалаһында йәшәгән 59 йәшлек Олег Михайлов. Ван Гог һүрәттәре яҙмышы оҙаҡҡа барманы. Улар ни бары ике аҙна самаһы ғына ял итеүселәрҙе ҡыуандырҙы. Тәүҙә картиналар ошолай булһа, кемдер һуңынан Ван Гог картиналарына үҙгәрештәр индергән. Ағас япраҡтары ҡойолған һайын, Өфө муйынсаһы галереяһындағы һүрәттәр ҙә күберәк күренә. Муйынсаның медицина колледжы районындағы өлөшөндәге эштәр авторы — Олег Михайлов. Рәссам баш ҡалала йәшәй. Үҙешмәкәр рәссам урман буйлап йыш йөрөй. Тәбиғәт менән аралашыу – инфаркттан һуң табиптар рөхсәт иткән берҙән-бер физик күнекмә. Картиналар өсөн урын – ағас олонондағы яланғас һәм тигеҙ урындар. Буяуҙарҙың файҙалы яғы ла бар. Химик ҡатнашмалар ағастарҙы ҡоротҡостарҙан һаҡлай. Акрил буяу иң ныҡлы материал түгел. Асыҡ һауала торған картиналар ғүмере бер нисә генә йыл. Саған олондарына ҡунған өкө һүрәте тоноҡланырға ла өлгөргән. Тик юл яғына ҡараған был ҡош һынын барыһы ла күрмәй. Ейәнсәрен каникулға көтә рәссам олатай. Силәбелә йәшәп, икенсе синыфта уҡыған ҡыҙға олатаһы үҙе төшөргән һүрәттәрҙе бағышланған.Балалар һоҡланыуына ҡыуана Олег Михайлов. Йәш тамашасыларҙң картиналарын илһамланып ҡарауҙарын байтаҡ тапҡырҙар күҙәткәне бар уның. Ике тойғо бер-бер артлы килә, ти рәссам.
Урманда йөрөп һүрәттәрҙе күҙәтергә
Өфө муйынсағы буйлап йөрөүселәр йыш ҡына билдәһеҙ рәссамдың эштәрен осрата башланы, уларҙы ул ағас олондарында ижад итә.






