"Өфө муйынсағы" Рәсәйҙәге иң яҡшы экологик проект тип танылды

"Йыл маршруты" Бөтә Рәсәй турист премияһында проект еңеү яуланы.
  • "Өфө муйынсағы" Рәсәйҙәге иң яҡшы экологик проект тип танылды

Был турала социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Өфө ҡала хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Рөстәм Шәрипов хәбәр итте. Өфө Рәсәйҙәге иң йәшел ҡалаларҙың береһе. Тап ошо тәбиғи ҡеүәт үҙенсәлекле проекттың нигеҙе булып тора тигән Рөстәм Шәрипов.