Был уникаль маршрут ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә ҡала халҡы һәм ҡунаҡтарының иң яратҡан ял урынына әйләнде. Балалар велосипед, самокатта елдерһә, оло йәштәгеләр скандинав йөрөшө менән шөғөлләнә. Улар көнөнә 8 километрға тиклем юл үтә.
"Өфө муйынсағы" - беҙҙең республика өсөн генә түгел, тотош ил өсөн үҙенсәлекле проект. Маршруттың дөйөм оҙонлоғо 70 километрҙан ашыу. Ул ҡаланың бөтә райондарын, өс йылғаһын берләштереп, тотош Өфөнө уратып алған. Муйынсаҡ эсендә «Дежневская» һуҡмағы, «Калинин» паркы, «Өфө йүкәләре», «Аврора ынйыһы», «Бесәй урманы» һәм «Ҡариҙел» һуҡмаҡтары ингән.
"Өфө муйынсағы"ның һәр өлөшөндә спорт менән шөғөлләнергә заманса майҙансыҡтар, балаларға әүҙем ял өсөн хәүефһеҙ биләмәләр етерлек. Проекттың төп үҙенсәлеге уның һәр кем өсөн дә уңайлы булыуында.
"Өфө муйынсағы"на ҡаланың һәр бер районынан да йәйәү барып етеп була.
"Өфө муйынсағы"ның иң популяр ял урындарының береһе — ”Урмансылар“ паркы. Уҙған йыл уны танымаҫлыҡ итеп үҙгәрттеләр, бында йәйәүлеләр юлдарын яңырттылар, бөтә ял майҙансыҡтарын төҙөкләндерҙеләр.
Бөгөн ”Өфө муйынсағы“– экологияны, сәләмәт йәшәү рәүешен һәм мәҙәниәтте берләштереүсе уникаль проект. Ул көндән-көн үҫешеп, ҡала халҡының тормошон яҡшыртыуға үҙ өлөшөн индерә.






