Шишмә районында ЮНЕСКО эштәре буйынса республика комитеты ултырышы үтте

Шишмә районында Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров рәйеслегендә ЮНЕСКО эштәре буйынса республика комитеты ултырышы үтте.
Әңгәмә Евразия күсмә цивилизациялар музейының визит-үҙәге майҙансығында ойошторолдо. Ултырышта Башҡортостан республикаһы хөкүмәте премьер-министрының беренсе урынбаҫары, ЮНЕСКО эштәре буйынса комитет рәйесе Урал Килсенбаев ойошма эшенең төп йүнәлештәре хаҡында һүҙ тотто. Ул 2025 йылда «Шүлгәнташ мәмерйәһендәге ҡаяға төшөрөлгән рәсемдәрҙең» бөтә донъя мираҫы исемлегенә индерелеүен хәбәр итте. Киләсәктә үҙ биләмәһендә ике уникаль тәбиғәт зонаһы булған Башҡортостан Юнеско-ның Рәсәй геопарктары селтәренең терәк майҙансығына әүерелеүе ихтимал. Яҡынса яңы исемлеккә «Башҡорт шихандары: Торатау, Ҡуштау һәм Йөрәктау» тәбиғәт объекты һәм «Воскресенск баҡыр иретеү заводы комплексы» мәҙәни объекты инә. Воскресенск заводын үҙ аллы йәки Верхотор заводы, Преображенск заводы менән берлектә индереү мәсъәләһе тора, уның тау байыҡтырыу сәнәғәтендә 18-19-сы быуатта Рәсәй кимәлендә лә, донъя кимәлендә лә ҙур әһәмиәткә эйә, шуға күрә дәғүә итеү мөмкинлеге ҙур. Яҡынса исемлектәр тамамланмаған, объекттарҙы алға этәреү өҫтөндә эш алып барыла, был объектты танып белеү, туристик өлкәне үҫтереү һәм объектты өҫтәмә һаҡлау мөмкинлеген бирә.
Рәсәй Федерацияһының ЮНЕСКО эштәре буйынса комиссияһының яуаплы секретары Александр Алимов. Был уның төбәккә икенсе сәфәре. "2025- республика өсөн еңеү йылы. Беҙ тәбиғи һәм мәҙәни төрлөлөккә бай Башҡортостан кеүек төбәктәр булғанда ғына алға барабыҙ, тип билдәләне ул.Әле солоҡсолоҡто Берләшкән Милләттәр ойошмаһының аҙыҡ-түлек һәм ауыл хужалығы өлкәһендәге ауыл хужалығы мираҫы исемлегенә индереү мәсьәләһе өйрәнелә. Башҡортостандың солоҡсолоҡ тармағы халыҡ-ара кимәлдәге тәүге ауыл хужалығы мираҫы була ала. Ултырыш аҙағында был өлкәлә намыҫлы хеҙмәт итеүселәргә дәүләт наградалары тапшырылды.