Геопарктарҙың милли системаһы Башҡортостанда нигеҙләнәсәк

Мәскәүҙә Сит ил эштәре министры Сергей Лавров рәйеслегендә Юнеско эштәре буйынса Рәсәйҙең комиссияһы йыйылышы үтте.

Уның эшендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты һәм дөйөм йыйылышта сығыш яһарға мөмкинлек биргән өсөн, шулай уҡ бай мәҙәни, тәбиғи һәм тарихи мираҫты һаҡлау өсөн алған ярҙам өсөн оло рәхмәтен белдерҙе.

Радий Хәбиров Карпинский исемендәге Бөтә Рәсәй фәнни-тикшеренеү геология институты генераль директоры Павел Химченко менән осрашты һәм хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйҙы. Уға ярашлы, Башҡортостанда берҙәм Милли геопаркттар системаһын булдырыу башлана.