Быйыл сарала республиканың 10 районынан һәм 5 ҡалаһынан, шулай уҡ Силәбе өлкәһенән 41 башҡарыусы ҡатнашты. Ижади бәйгенең юғары наградаһы-гран-приҙы Өфөнән Айгиз Хашимов алды. Тулыраҡ Гөлфиә Мәҡсүтова репортажында.
Билдәле ҡурайсы Рөстәм Шәрипов данлыҡлы ҡурайсылар төйәге Йылайыр районы Юлдыбай ауылында тыуып үҫә. Ул үҙенең ҡыҫҡа ғына ғүмерен ҡурай сәнғәтенә бағышлай. Башҡарыусы булараҡ, ул был музыка ҡоралын профессиональ белеүҙә камиллыҡҡа өлгәшә. Талантлы ҡурайсы ҡасандыр тамашасының яңы, тәрән музыкаль зауығы формалашасағына ышана. Өфөнөң Атайсал мәҙәни үҙәгендә Рөстәм Шәрипов исемендәге асыҡ республика ҡурайсылар конкурсы өс тиҫтәләп бәйгесене йыйҙы. Конкурсанттар ике көй уйнап ишеттерҙе – уларҙың береһе оҙон көй, икенсеһе эстрада талаптарына ярашлы эшкәртелгән музыка әҫәре. Ҡатнашыусыларҙың күбеһе Рөстәм Шәрипов репертуарындағы көйҙәрҙе башҡарҙы.Конкурс быйыл өсөнсө тапҡыр үткәрелде. Ошо ваҡыт эсендә сара бик күп башҡарыусыларға юл асты, ҡанат ҡуйҙы. Быйыл сарала республиканың 10 районынан һәм 5 ҡалаһынан, шулай уҡ Силәбе өлкәһенән 41 башҡарыусы ҡатнашты. Конкурста иң йәш ҡатнашыусы-Өфөнән 12 йәшлек Тимур Ғәлин. Ә ижади бәйгенең юғары наградаһын-Гран-приҙы Өфөнән Айгиз Хашимов алды.Конкурстың гала-концерты бер сәхнәлә еңеүселәрҙе берләштерҙе. Сараға Башҡортостан республикаһы Дәүләт ҡурайсылар ансамбле, Халыҡ-ара һәм бөтә Рәсәй Конкурстары Лауреаты Юнир Һағынбаев, «Аманат»халыҡ бейеүҙәре ансамбленең сығышы йәм өҫтәне. Шулай уҡ Рөстәм Шәрипорвтың яҡындары, яҡташтары, Йылайыр районы Хакимиәт Башлығы Борис Мелкоедов сәхнәнән билдәле ҡурайсыны иҫкә алды.







