Ҡурай моңона ғашиҡ кеше

Тулыраҡ: Ҡурай моңона ғашиҡ кеше

Ҡурай оҫталарының береһе Роман Рогив бер ай эсендә йөҙгә яҡын милли ҡорал эшләй ала. Биш йыл ағас эше менән шөғөлләнгән оҫта хәҙер ҡурайҙың бар серҙәрен генә түгел, башҡорт халыҡ йырҙарын да яттан белә. Башҡорт халҡының ҙур ҡомартҡыларының береһе булған милли ҡорал – ҡурай быуындарҙан-быуынға күсеп әле лә үҙ тарихын һаҡлап йәшәй. Сатыр сәскәле, эсе-тышы шыма, бүлкәттәре булмаған тәбиғи үҫемлек Урал тауҙарында ғына үҫә. (интернеттан видео) Әйткәндәй, һуңғы ваҡытта милли ҡоралыбыҙға ихтыяж күбәйгәндән-күбәйә. Республикабыҙ ғына түгел, ә сит илдәргә лә ҡурайҙың данын таратҡан оҫталарҙың береһе – Роман Рогив ҡурайҙы эшләү өсөн уның һәр үҙенсәлеген төптән белеү мөһим, ти. Роман ағас эше менән биш йыл элек шөғөлләнә башлай. Уның серҙәренә ныҡлап төшөнгәс, милли ҡорал- ҡурай эшләп ҡарау теләге уяна. Ҡурайҙы ул ҡамыштан һәм бук ағасынан эшләй. Тәүҙә уларҙы йортонда киптерә. Ә ҡалған эштәр оҫтаханала башҡарыла. Бөтәһе биш уйым эшләнгәс, уның тышын мотлаҡ шымартырға кәрәк. Сөнки ҡурайҙан сыҡҡан моң уның тышҡы яғына ла бәйле. Милли ҡоралды эшләгәндә уйнап ҡарау ҙа ҡамасауламай. Ҡурайҙан сыҡҡан көй моңло икән – тимәк уны буярға ла ваҡыт. Милли ҡоралды эшләү өсөн яҡынса өс көн ваҡыт китә. Уны эшләүе ауыр, шулай ҙа дөрөҫ һәм иғтибарлы булһаң – барыһы ла килеп сығасаҡ, ти оҫта. Башҡорт булмай тороп та, уның тарихы менән ҡыҙыҡһанған Роман хәҙер халыҡ йырҙарын да яттан белә. Ҡурайҙы махсус һауытта һаҡлау отошло. Әйткәндәй, ағас оҫтаһы бындай һауытты ла үҙ ҡулдары менән эшләй. Уның эске яғын башҡорт орнаменттары менән биҙәй. Был һауыттарҙы эшләү өсөн яҡынса ике-өс көн ваҡыт үтә. Милли ҡорал эшләү – Роман өсөн хәҙер шөғөл генә түгел, ә табышлы эшкә лә әйләнгән. Бер ай эсендә ул йөҙгә яҡын ҡурай һата.