Башҡортостанда һауа торошо рекорды

Шишәмбелә "Дим" метео-станцияһында һауа температураһы +6 градусҡа етте.
Башҡортостанда һауа торошо рекорды
Аҡъярҙа иһә, 8 градусҡаса йылытҡан. Бындай күренеш ноябрь өсөн бөтөнләй хас түгел. Метеорологтар температураның абсолют максимумын үтеүен айырым әйтә. Быйылғы ноябрь һуңғы йылдарҙағы иң йылыһы. Сөнки, көҙҙөң һуңғы айында һауа температураһы айырым көндәрҙә 12 градусҡа тиклем күтәрелде. Был тейешле норманан 7 градусҡа юғары.
Синоптиктар бөгөн һауа торошоноң нисек буласағын да фаразлай. Күҙаллауҙарға ҡарағанда, иртәгә республикала урыны менән бер аҙ епшек ҡар яуыуы көтөлә.