Киләһе йылда Башҡортостанда өсөнсө Бөтә Рәсәй балалар фольклориадаһы ойошторола

Радий Хәбиров Рәсәйҙең Мәҙәниәт министрлығына күрһәтелгән ышаныс өсөн рәхмәт белдерҙе һәм Республика хөкүмәтенә ошо мөһим форумды ойоштороу һәм үткәреү бурысын йөкмәтте.
  • Киләһе йылда Башҡортостанда өсөнсө Бөтә Рәсәй балалар фольклориадаһы ойошторола

Башҡортостанда әле 100-ҙән ашыу милләт дуҫ һәм татыу йәшәй. Күп милләтле мәҙәниәттең, ҡаҙаныштарҙың таянысы булған берҙәмлекте һаҡлауға республикала етди иғтибар бирелә. Киләһе йылда Башҡортостан өсөнсө Бөтә Рәсәй балалар фольклориадаһын ҡабул итергә әҙерләнә.

2025үсе йылда Башҡортостан төрлө кимәлдәге күләмле проекттар һәм форумдар өсөн майҙансыҡҡа әйләнде. Улар иҫәбендә — "Китап-байрам" Халыҡ-ара китап йәрминкәһе, "Әйҙә уйнарға!" Армия мәҙәниәте көндәре, "Геройҙар Ваҡыты" Рәсәй патриотик йыр конкурсы, "Көҙ романтикаһы" симфоник музыка фестивале. Улар бик күп ҡатнашыусыларҙы һәм ҡунаҡтарҙы йәлеп итте, Башҡортостандың илдең мәҙәни киңлегендә танылыуына этәргес бирҙе.

Ә киләһе йылда Өфө III бөтә Рәсәй балалар фольклориадаһын ҡабул итә. Башҡортостан башлығы ҡарамағындағы мәҙәниәт һәм сәнғәтте үҫтереү мәсьәләләре буйынса Совет ултырышы сиктәрендә төбәк етәксеһе Радий Хәбиров өс яңы ауыл мәҙәниәт объекты эшенә старт бирҙе. «Ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәре» федераль программаһын тормошҡа ашырыуҙың беренсе йылы уңышлы бара. Ауылдарға мәҙәниәт учреждениеларына тиҫтәләгән яңы хеҙмәткәрҙәр килде. Йәш белгестәрҙең береһе Рушан Ҡадиров. Ул сәнғәт училищеһын тамамлап тыуған яғына Ейәнсураға эшкә ҡайтҡан. Мәҙәниәт һәм сәнғәтте үҫтереү буйынса совет ултырышы барышында йәш белгестәргә тағы ла биш сертификат тапшырылды. 2025 йыл Башҡортостан театрҙары өсөн дә уңышлы булды. Бер юлы ете «Алтын битлек» премияһы. Был Рәсәйҙең бер төбәге лә ҡабатлай алмаған рекордлы һөҙөмтә. Рәсәй федерацияһының мәҙәниәт Министрлығы өсөн Башҡортостан ышаныслы партнер һәм күп күләмле фестивалдәр үткәреү үҙәге булып тора. Республика бай мәҙәни мираҫы, үҙенсәлеге һәм традицияларына тоғролоғо менән айырылып тора, тип белдерҙе Рәсәйҙең мәҙәниәт министры Ольга Любимова. Совет ултырышы аҙағында республиканың бер төркөм артистарына дәүләт наградалары тапшырылды.