Республика башлығы Рөстәм Хәмитов 2020 йылда Башҡортостанда “VI Бөтә донъя фольклориадаһы уҙғарыу тураһында”ғы указға ҡул ҡуйҙы

Тулыраҡ: Республика башлығы Рөстәм Хәмитов 2020 йылда Башҡортостанда “VI Бөтә донъя фольклориадаһы уҙғарыу тураһында”ғы указға ҡул ҡуйҙы

Был документ ил президентының ошондай уҡ указына ярашлы һәм ҙур әһәмиәткә эйә булған халыҡ-ара сараға юғары кимәлдә әҙерләнеү маҡсатында ҡабул ителгән. Фольклориадаға әҙерләнеү һәм уны үткәреү буйынса ойоштороу комитетының составы раҫланған, республика Хөкүмәтенә 2017 йылдың 1 ноябренә тиклем сараның планын төҙөргә һәм ойоштороу комитетының эшсе төркөмдәрен булдырырға йөкмәтелгән. Документҡа ярашлы, район һәм ҡала хакимиәттәренә лә VI Бөтә донъя фольклориадаһына әҙерләнеүҙә һәм уны уҙғарыуҙа ҡатнашырға кәңәш ителгән.