Музыканттар өсөн идеаль тауыш ул сәйәхәтсе өсөн горизонт һыҙығы кеүек. Уға бары тик үҙ оҫталыҡтарыңды камиллаштырып ҡына өлгәшергә мөмкин.
Был, әлбиттә, репетиция түгел, ә беренсе һанлы республика гимназия-интернатының дәрестәр теҙмәһендә булған ҡурайҙа уйнау дәресе генә. Бөтә Рәсәй балалар фольклориадаһында Башҡортостан исеменән сығыш яһаясаҡтарын белгәс Әҙеһәм Исҡужин исемендәге өлгөлө ансамбль ағзалары көн һайын кәм тигәндә өс сәғәт шөғөлләнә.
Быйыл йәй Башҡортостанға 3-сө Бөтә Рәсәй балалар фольклориадаһында ҡатнашыу өсөн меңдән ашыу бала килеүе көтөлә. Күләмле фестиваль беренсе тапҡыр 2022 йылда Чебоксарҙа, һуңынан Ҡазанда үтте, ә быйыл төп майҙансыҡ итеп Өфө һайланды. Илдең 80 төбәгенән йыйылған йәш таланттар төрлө милләттең йолаларын сағылдырасаҡ.
«Дарман» халыҡ бейеүҙәре ансамбле башҡорт халыҡ бейеү мәҙәниәтен күрһәтәсәк. Коллектив Шамонин ауылы мәктәбендә 2013 йылдан алып хореографтар Роберт һәм Алина Хәмиҙуллиндар етәселегендә сығыш яһай. Бейеү менән бер рәттән бында шөғөлләнеүселәр уҡтан атыу, ситтән атыу сәнғәте менән дә таныша.
Балалар фольклориадаһы маҡсатының береһе – бөйөк илебеҙ халыҡтарының үҙенсәлеген һәм мәҙәни мираҫын һаҡлау. Фестиваль Өфөлә 23-сө июндән 27 июнгә тиклем үтәсәк.







