Теманы хәбәрсебеҙ Нурия Ғилмуллина дауам итә.
Вячеслав Андреев үҙ ғүмерендә бер ҡасан да пластик хирургҡа мөрөжәғәт итермен, тип уйламаған. Ул 2024-се йылда махсус хәрби операция биләмәһендә миномет уты аҫтында ҡалып ҡаты яралана. Ә эргәлә шартлаған дрон яугирҙы йәшәү һәм үлем араһында ҡалдыра. Әммә ир аптырап ҡалмай, үҙе ҡан ағыуын туҡтата. Уны Ростов госпиталенә, ә һуңынан Мәскәүгә нисек күсереүҙәре тураһында яугир ғәҙәти хәл кеүек һөйләй. Хәрби госпиталдәрҙә уға ҡан ҡойоп ярсыҡтарҙан азат итәләр. Бындай киҫкен хәлдәрҙә хирургтар эстетика тураһында түгел, ә, тәү сиратта, яугирҙы ҡотҡарыу тураһында хәстәрлек күрә. Яугирҙең башы ярсыҡтарҙан шешә башлай һәм икенсе тапҡыр Вячеславтың ғүмере ҡурҡыныс аҫтында ҡала. Ул ваҡытта иргә баш һөйәгенә пластиналар ҡуйыу, зарарланған күҙҙе сығарыу һәм протезлау буйынса тағы бер нисә операция кисерергә тура килә. Был операциялар яугирҙың ғүмерен һаҡлап ҡалырға ярҙам итә, тик 33 йәшлек ирҙең йөҙөндәге йәрәхәттәр үҙен ышаныслы тойоуға ҡамасаулай.
Әлегә тиклем ул тәнендә ғүмеренә ҡурҡыныс янамаған ярсыҡтарҙың бер өлөшөн йөрөтә. Тәүге операция ветеранға 2025-се йылда эшләнә. Ошо көндәрҙә йәрәхәттәрҙе, яраланған саҡта тешләүҙән барлыҡҡа килгән ирендәге һыулы шеште, ирен асимметрияһын юҡ итәләр. 3-4 көндән һуң шешенеү кәмей һәм пациенттың йөҙө лә үҙгәрә.Медицина ярҙамы күрһәтеү Ватанды Һаҡлаусылар дәүләт фонды эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәренең береһе. Рәсәйҙә 280 000-дән ашыу махсус хәрби операция ветераны һәм уларҙың ғаилә ағзалары фондҡа мөрәжәғәт итеп медицина ярҙамы һәм реабилитация ала. Башҡортостанда филиал эшләй башлағандан алып 3 меңгә яҡын ветеран медицина ярҙамы һорап мөрәжәғәт иткән, 1500-ҙән ашыу кеше психологик ярҙам алған, 900-гә яҡын ветеран комплекслы медицина ребилитацияһы үткән.







