Ошо уңайҙан "Башҡортостандан махсус хеҙмәттәр легендалары": очерктар һәм документтар" тигән китаптың исем туйы үтте. Уның авторы — Рәсәй тарих йәмғиәтенең республикалағы бүлексәһе советы рәйесе Марат Мәрҙәнов. Китапта үҙенсәлекле архив документтары, дәүләт именлеген тәьмин итеүгә тос өлөш индергән яҡташтарыбыҙ тураһында быға тиклем билдәле булмаған факттар тупланған.
Рәсми өлөштән һуң Марат Мәрҙәнов имзаланған китаптарын бүләк итте. Федераль именлек хеҙмәтенең Башҡортостандағы идаралығының музейында үткән был осрашыу бик йәнле үтте.







