Һөҙөмтә бар

Өфөлә «Берҙәм Рәсәй» партияһының төбәк башҡарма комитеты «Һөҙөмтә бар» форумы үтте.
  • Һөҙөмтә бар

Унда һуңғы биш йылда халыҡ программаһын тормошҡа ашырыуға йомғаҡ яһалды. Ошо ваҡыт арауығында Башҡортостанда мәктәптәр һәм медицина учреждениелары төҙөлдө, йөҙләгән йәмәғәт урындары төҙөкләндерелде һәм мең ярымдан ашыу юл ремонтланды. Форумда 2030 йылға тиклем яңы халыҡ программаһы өҫтөндә эш башланыуы тураһында иғлан ителде. Төп йүнәлештәр иҫәбендә — технологик үҫеш, кадрҙар әҙерләү, ғаиләләргә ярҙам итеү һәм биләмәләрҙе артабан төҙөкләндереү.Форумда Махсус хәрби операция яугирҙрына ярҙам итеүгә һәм ирекмәндәр хәрәкәтен үҫтереүгә айырым иғтибар бүленде. Республиканан 175 гуманитар конвой ебәрелде. Форумда шулай уҡ республиканың төрлө ҡала һәм райондары вәкилдәре лә ҡатнашты.