Съезда Радий Хәбиров етәкселегендә Башҡортостан делегацияһы иң ҙурҙарҙың береһе булды. Йыйында күтәрелгән мәсьәләләр тураһында хәбәрсебеҙ Нурия Ғилмуллина сюжеты.
Бер күрешеү үҙе бер ғүмер. Башҡортостандан Мәскәүгә килгән делегация төбәк етәксеһе менән үткән аҙнала үткән балалар фольклорияааһы тураһындағы тәҫораттары менән бүлешә. Әйткәндәй, 30-ҙан ашыу делегаттан торған республика командаһы Берҙәм Рәсәй партияһының 23-сө ҡоронда иң ҙуры. Был мөһим сараға Башҡортостан ныҡлы әҙерлек менән килде.
«Берҙәм Рәсәй» сәйәси партияһының съезы ил өсөн мөһим булған осорҙа, бөтә донъяның системалы үҙгәреүе осоронда үтә. Ер шарының төрлө урындарында конфликттар күбәйә, дәүләттәрҙең һәм халыҡтарҙың үҙ-ара файҙалы хеҙмәттәшлеге өсөн яңы яһалма ҡаршылыҡтар барлыҡҡа килә. Был иҡтисадҡа, технологияларға, фәнгә, хатта мәҙәниәткә һәм спортҡа йоғонто яһай. Шул уҡ ваҡытта Рәсәй Көнбайыштың бығаса булмаған баҫымына бирешмәй һынау тота. Владимир Путин әйтеүенсә, Рәсәйҙең үҫешен тотҡарларға тырышыусылар күп. Әммә беҙҙең илебеҙ уларға ышанслы яуап бирә бара.Ысынлап та, делегаттар араһында махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар булыу осраҡлы түгел. Алшытарҙа йәнен аямай көрәшеп имен-һау ҡайтҡан яугирҙәр хәҙер тыныс тормошта үҙҙәрен төрлө өлкәләрҙә һынап ҡарай. Рәсәй геройы Денис Чернавиндың сәйәсәткә аяҡ баҫыуының сәбәбе шунда. Әлеге ваҡытта яу яланында ил тынысылығы өсөн көрәшкән егеттәребеҙҙең батырлығы онотолмаһын, халыҡ хәтерендә йәшәһен. Шуға ла яугирҙәрҙе онотмау, уларға төрлө яҡлап ярҙам итеү беҙҙең төп бурыстарбыҙҙың береһе, ти ул. «Берҙәм Рәсәй» яҡлыларҙың төбәк советы рәйесе булараҡ ил батыры үҙенең ҡуйған маҡсаттарына ирешеп бара.
Махсус хәрби операциянан ҡаты яра алған яугирҙәр үҙҙәрен эшҡыуарлыҡ өлкәһендә лә һынап ҡарарға теләй. Ошонан сығып Ватанды һаҡлаусылар дәүләт фонды тарафынан улар өсөн төрлө уҡыуҙар ойошторола, артабан ветерандар уңышҡа өлгәшкән эшҡыуарҙар менән берлектә үҙҙәренең эшен башлай. Был йәһәттән Берҙәм Рәсәй партияһы ла Дәүләт Думаһына төрлө башланғыстар менән сыға. Партияның ҡоронда алма төшөргә лә урын юҡ ине. Улар барыһы ла халыҡ программаһында сағылыш таба. Тап халыҡ йәмәғәт ҡабул итеү үҙәктәрендә үҙҙәрен борсоған мәсьәләләр менән мөрәжөғәт итә. Алдағы йылдарҙа һаулыҡ һаҡлау, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ менән бәйле һорауҙар күп булған. Әле иһә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусар һәм улаҙың ғаилә ағзалары йыш мөрөжәғәт итә.
Ҡор барышында партия эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһалды, шулай уҡ яҡын киләсәккә төп эш йүнәлештәре билдәләнде. Фекер алышыуҙың төп темалары булып социаль-иҡтисади үҫеш, төбәктәргә ярҙам итеү, партия башланғыстарын тормошҡа ашырыу һәм федераль кимәлдә билдәләнгән бурыстарҙы үтәү мәсьәләләре торҙо. Съезда ҡатнашыусылар граждандарҙың йәшәү сифатын яҡшыртыуға, һаулыҡ һаҡлау системаһын, мәғарифты, инфраструктураны һәм социаль ярҙам сараларын үҫтереүгә бәйле мәсьәләләргә айырыуса иғтибар бүлде. Һайлау алды кампанияһының икенсе этабы август айында үтәсәк. Уның сиктәрендә сентябрь айындағы һайлауҙарҙа ҡатнашыу өсөн раҫланған халыҡ программаһы тәҡдим ителәсәк.







