Башҡортотостанда март айы өсөн аномаль йылы көндәр тора

Синоптиктар мәғлүмәте буйынса, алдағы көндәрҙә 21 градусҡаса йылытасаҡ.
  • Башҡортотостанда март айы өсөн аномаль йылы көндәр тора

Башгидрометүҙәктән хәбәр итеүҙәренсә марттың аҙаҡҡы көндәре яуым-төшөмһөҙ көтөлә. Һауа температураһы көндөҙ +11, +16 градус тирәһендә һаҡлана. Төндә һауа температураһы 1,6 градус йылы, урын менән 3 градус һалҡын.

Башгидрометүҙәк мәғлүмәттәре буйынса, көндәрҙең иртә йылыныуы сәбәпле тораҡ пункттарҙың түбән участкаларын, түбән урынлашҡан күперҙәрҙе һәм подвалдарҙы һыу баҫыуы ихтимал.

Ә бына Белорет районында ташҡын сәбәпле Түбәнге Әүжән-Исмаҡай-Ишле-Туҡан-Егәҙе, Иглинда урау юл ябылды.

Республиканың ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, әлегә Әбйәлил, Баймаҡ, Күгәрсен һәм Көйөргәҙе райондарында ошондай хәл күҙәтелә.

Асы ауылы янында Инйәр йылғаһы, Иглин районында Еҫем ныҡ ҡына күтәрелгән тип хәбәр ителә.

Дәүләкән районында Өршәк, Эҫем йылғалары ҡайһы бер ауылдар янында ярҙарынан сыҡҡан.