Бынан тыш Баҡалы, Бишбүләк, Борай Һәм Стәрлетамаҡ райондарында күперҙәр, тағы ла 4 районда юлдар ҡамалған. Аҙаҡҡы тәүлек эсендә Нөгөш 127 сантиметрға, Дәүләкән районында Өршәк йылғаһы 110 сантиметрға күтәрелгән.
Ул арала синоптиктар Башҡортостанда һауа торошо боҙолоу тураһында иҫкәртә. Башгидрометүҙәктән хәбәр итеүҙәренсә, алдағы көндәрҙә һиҙелерлек һыуыта. Алдағы ике көндә Башҡортостан буйынса температура 10-15 градустан да юғары күтәрелмәй. Ә төндәрен 0-дән 5 градусҡа тиклем һыуыҡ булыуы күҙаллана.







