Салауат районындағы Янғантауҙан һуң "Торатау" ЮНЕСКО-ның ошо статусын алған икенсе геопарк. Ул Ишембай, Стәрлетамаҡ һәм Ғафури райондары биләмәһендә урынлашҡан.
ЮНЕСКО советының былтыр сентябрҙә үткән ултырышында белгестәр "Торатауҙы" Бөтә донъя селтәренә индереүҙе бер тауыштан хуплағайны.







