Йылытамы, юҡмы?

Башҡортостанда йылы һәм ҡоро һауа торошонан һуң ямғырлы, һалҡын көндәр килде.

Ҡайһы бер райондарҙа ҡар яуыу тураһында ла мәғлүмәттәр бар. Был беҙҙең төбәктә апрелгә хас күренеш. Яҙ бер аҙым алға баҫа ла, ике аҙым артҡа сигенә. Яҙғы-йәйге осорға рәсми фаразға ҡарағанда, апрелдә уртаса температура 4, 6 градус йылы булырға тейеш.

«Фобос» үҙәге фараздары буйынса, май башында ғына температура үҙгәрә. 1-се майҙан республикала көндөҙ температураның 17, ә 2-се майҙа+20 градусҡаса йылытыуы ихтимал. Рәсәй Гидрометеоүҙәгенең оҙайлы фараздары Башҡортостанда йылы, әммә ямғырлы йәй вәғәҙәләй. Температура өс ай буйына «нормаға ярашлы йәки норманан юғарыраҡ» булмаҡсы.