МХО-ға 177-се гуманитар ылау юлланды

Башҡортостандан 177-се гуманитар ылау Махсус хәрби операция биләмәһенә юлланды.
  • МХО-ға 177-се гуманитар ылау юлланды

Фура водителдәренә Радий Хәбиров дәүләт наградалары тапшырҙы һәм хәйерле юлдар теләне.

Зөбәйер Әбдрәхимов бына инде 5 йыл Күгәрсен районы Тәүәкән ауылында янғын бүлеге етәксеһе булып хеҙмәт итә. Шулай уҡ ул 4 йыл дауамында 25 тапҡыр Махсус хәрби операция биләмәһенә гуманитар ылау менән барған. Рәсәй янғын һаҡлаусылар көнө уңайынан Башҡортостан башлығы ир-уҙаманға рәхмәт хаты тапшырҙы. Колонна составында тиҫтәләгән техника. Хәрбиҙәр өсөн адреслы ярҙам йыйыуҙы Башҡортостан Хөкүмәте, дәүләт органдары, йәмәғәт ойошмалары, республиканың Әлшәй, Баҡалы, Бүздәк, Бөрйән, Илеш, Ҡариҙел, Салауат, Нуриман, Федоровка хакимиәттәре, ирекмәндәр һәм битараф булмаған граждандар ойошторҙо. Гуманитар ылауҙа 7 автомобиль, FPV – дрондар, генераторҙар, бысҡылар, ағас материалдары, маскировка селтәрҙәре, инструменттар, автомобилдәргә запас частар, гигиена саралары, дарыуҙар, һыу, беренсе кәрәк-яраҡ әйберҙәре, туғандарынан посылкалар.