Башҡортостанда МХО-ла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаиләләренә адреслы оҙатыу ойошторола

Ошо туралағы Указға республика башлығы ҡул ҡуйған.
  • Башҡортостанда МХО-ла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаиләләренә адреслы оҙатыу ойошторола

Документҡа ярашлы, Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы төп башҡарыусы итеп билдәләнә, ул эште ойоштора һәм коориданциялай. Ведомствоға был эш менән туранан-тура шөғөлләнеү өсөн дәүләт учреждениеһы булдырырға ҡушылған. Яңы структура бөтә башҡарма власть органдары, урындағы үҙидаралыҡ, “Ватанды һаҡлаусылар” дәүләт фонды, республикаға идара итеү үҙәге һәм башҡалары менән бәйләнеш тотасаҡ. Берҙәм электрон реестрҙа ярҙам артынан мөрәжәғәт иткәндәрҙең һорауҙары теркәләсәк, уларҙың статусы һәм хәл итеү һөҙөмтәһе күренеп торасаҡ.