Өфөлә уҙғарылған түңәрәк өҫтәлдә Рәсәй халыҡтары берҙәмлеге йылына арналған саралар-планы тикшерелде. Шулай уҡ, быйыл Әлшәй районында уҙғарыласаҡ "Ер көсө" төбәк-ара этно-мәҙәни патриотик фестиваль хаҡында һүҙ барҙы. Ул йыл һайын үтә. Ә махсус хәрби операция ветераны, "Булат" следж-хоккей командаһы уйынсыһы Ринат Саҙртдинов яңы экипировка алды. Ир көн һайын тигәндәй Стәрлетамаҡтан Өфөгә күнекмәләргә йөрөй.
МХО ветерандарына йәмәғәт наградаһы һәм следж-хоккей экипировкаһы тапшырылды
Махсус хәрби операция ветерандарына "Ватанды һаҡлаусыға:бурыс, намыҫ, батырлыҡ" тигән йәмәғәт наградаһы һәм следж-хоккей экипировкаһы тапшырылды.







