Тәртип һаҡсылары республиканың яғыулыҡ ҡойоу станцияһында бәлиғ булмаған үҫмерҙәргә бензин һатыуҙы тыйыу кәрәклеге тураһында әйтә. Был аҙым үҫмерҙәр ҡатнашлығындағы авариялар һанын бер ни тиклем сикләү мөмкинлеген бирергә тейеш. Ошондай документ әле күрше Татарстанда, Кемерово өлкәһендә ғәмәлдә. Проект юридик статус алған осраҡта, яғыулыҡ ҡойоу станциялары операторҙары мотоцикл, питбайк менән идара иткән үҫмерҙәрҙең документтарын һорарға хоҡуҡлы. Транспорт сараһы хужаһының таныҡлығы юҡ икән, уға бензин һатылмай.
Башҡортостанда бөгөн "Мотоцикл" операцияһы ла үтә. Профилактик саралар барышында төп иғтибар бәлиғ булмаған һәм ике тәгәрмәсле транспорт сараһы менән идара итеүселәргә бүленә. Ә уҡыусыларҙың йәйге каникулдары осоронда "Руль артына ултырма, малай" акцияһы иғлан ителәсәк.







