Питбайк ҡатнашлығында юл-транспорт фәжиғәләре һаны арта

Шишмә районында 14 йәшлек үҫмер юл-транспорт фәжиғәһендә һәләк булды.
  • Питбайк ҡатнашлығында юл-транспорт фәжиғәләре һаны арта

Хоҡуҡ һаҡлаусылар мәғлүмәттәре буйынса, егет питбайк руле артында йәнәш килгән "Лада Гранта"ға бәрелә. Һөҙөмтәлә, үҫмерҙең ғүмере шунда уҡ өҙөлә. Һигеҙенсе класс уҡыусыһына питбайкты ата-әсәһе үткән йыл тыуған көнөнә бүләк иткән.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, республикала бер аҙна элек питбайк менән булған икенсе авария ла фажиғәле тамамланғайны.