Башҡортостан парламентында депутаттар һаны кәмей

Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты мандатынан Гөлнур Ҡолһарина үҙ теләге менән баш тартты

Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты мандатынан Гөлнур Ҡолһарина үҙ теләге менән баш тартты. Уның үтенесен бер тауыштан ҡабул ителде. Республиканың закондар сығарыу буйынса төп органының сираттағы ултырышында спикер Константин Толкачевты ла иҫкә алдылар. Радий Хәбиров ҡатнашлығында уҙған кәңәшмә һәм унда ҡаралған хоҡуҡи акттар тураһында хәбәрсебеҙ Ғәлимйән Ибәтуллин.

Тиҫтәләгән закон проекты һәм уларҙың барыһы ла тиерлек социаль йүнәлешле. Башҡортостан парламенты депутаттары был юлы махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм фронттан ҡайтыусыларҙы эш урындары менән тәьмин итеүгә иғтибар бирә. Документ үҙ бизнесын асырға теләк белдергән яугирҙәрҙең хоҡуҡи даирәһендә аныҡлай. Вице-спикер Тамара Танһыҡҡужина әйтеүенсә, бөгөн ошо мәсьәлә көнүҙәк. Сөнки, айырым категория граждандар тыныс тормошта үҙҙәре дәүләт яғынан ҡурсалауға мохтаж.

Башҡортостан бөгөн тарихи дөрөҫлөктө һаҡлау яғында. Был йәһәттән республикала эҙәрмәнлек эштәре, совет халҡы геноциды ҡорбандары исемлеген төҙөү менән мәшғүл коммерция булмаған ойошмаларға дәүләт ярҙамы кәрәк. Финанс сығанаҡ бурыстарын Рәсәй ҡаҙнаһы һәм Башҡортостан башлығы гранттары үтәй ала.

Ә Башҡортостанда дәүләт милкен хосусилаштырыу һәм унан алынған килем тәғәйен һандарға тура килмәй. Бының сәбәптәре теге йәки был обьекттарға инвесторҙарҙың ҡыҙыҡһыныуының аҙ булыуына бәйле. “Хөкүмәт сәғәтендә” билдәләнеүенсә, Башҡортостанда бөгөн тиҫтәнән ашыу предприятие һәм ойошманы хосусилаштырыу проекттары тикшерелә. Республика стратегик предприятиелар, уларҙң ҡиммәтле ҡағыҙҙарын һатыуға сығармай. Исемлектә “Башавтотранс” ширҡәте, “Өфө” халыҡ-ара аэропорты һәм шифаханалар бар.

Башҡортостандағы мәҙәни сараларҙы уҙғарыуҙа ла хәҙер яңы ҡағиҙә ғәмәлдә. Ҙур тамашалар ойоштороу алдынан уларҙың тематикаһын, ҡайҙа үткәреләсәге, хатта нисә кеше ҡатнашасағына бәйле мәғлүмәттәрҙе кәм тигәндә 10 көн алда айырым ведомстволарға хәбәр итеү шарт. Парламентарийҙар ҡараған бер-нисә документ ауыл халҡы өсөн әһәмиәтле. Мәҫәлән, ауыл старосталары. Был вәкәләтте башҡарыусылар хәрби хеҙмәткә саҡырыла ҡалһа, улар альтернатив хеҙмәт итеү юлдарын һайлай ала. Староста бурыстарын сит ил агенттарына үтәүҙе Башҡортостан ҡәтғи тыя.