Ирекмәндәр ярҙамы

"Ирекмәндәр яугирҙарҙың заявкаһы буйынса эшләһә отошло. Был осраҡта фронтҡа кәрәк булмаған әйберҙәр килмәйәсәк”.

Ошо турала Башҡортостан башлығы кәңәшсеһе Алик Камалетдинов ирекмәндәр ойошторған матбуғат конференцияһында белдерҙе. “Бөгөн хәрби берләшмәләр бөтә кәрәк-яраҡ менән тулыһынса тәьмин ителгән. Республика уларға даими ярҙам күрһәтә. Һалдаттарҙың рухы күтәренке”, — тине Алик Камалетдинов. Башҡортостан башлығы кәңәшсеһе волонтерҙарға рәхмәт белдереп, юғалған хәрбиҙәрҙе эҙләү буйынса кәңәштәр бирҙе. “Һорауҙарығыҙ булһа, “Бәйләнештә” социаль селтәрендәге сәхифәмә яҙығыҙ. Уны үҙем алып барам, мөрәжәғәттәргә яуап ҡайтарам”, — тине ул.

Өфөлә Хәйбулла районынан сыҡҡан яҡташтар берләшеп, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙарға ярҙам итә. Өс йыл эсендә улар райондаштары менән 20 гуманитар ылау әҙерләп оҙатҡан, үҙҙәре лә фронтҡа барып ҡайта.