Дүртенсе йыл рәттән уҙғарылған сара 300-ҙән ашыу волонтерҙы йыйҙы. Улар өсөн бай йөкмәткеле программа әҙерләнде. Лагерҙа федераль һәм төбәк кимәлендәге белгестәр менән осрашыуҙар, оҫталыҡ дәрестәре, спорт ярыштары үтте. Радий Хәбиров республиканың ирекмәндәр хәрәкәте вәкилдәренә рәхмәт әйтеп, һуңғы йылдарҙа ирекмәнлек роле беҙҙең йәмғиәт өсөн ҙур әһәмиәткә эйә булыуын билдәләне. Башҡортостан ирекмәндәре хәрәкәте илдәге иң ҙур ойошмаларҙың береһе. Добро.РФ порталында ғына республиканан төрлө йәштәге 200 меңгә яҡын ирекмән иҫәптә тора. Һәр кем изге эшкә үҙ өлөшөн индерә.
Радий Хәбиров республика ирекмәндәр лагерында ҡатнашыусылар менән осрашты
Республика башлығы Максим Серафимов исемендәге "Патриот" хәрби паркында ирекмәндәр өсөн ойошторолған лагерҙа булды.







