Тормош ауырлыҡтарына бирешмәйенсә бары тик алға баралар

6 июндән 1 июлгә тиклем Ҡазанда ветерандар һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар араһында һөнәри оҫталыҡ буйынса Абилимпикс чемпионаты үтәсәк.
  • Тормош ауырлыҡтарына бирешмәйенсә бары тик алға баралар

Сара Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡушыуы буйынса ойошторола һәм икенсе йыл рәттән үткәрелә. Башҡортостандан ҡатнашыусылар менән хәбәрсебеҙ Нурия Ғилмуллина осрашты.

Оҫта кәңәшсе ҡулы аҫтында шөғөлләнеүе һәм белем туплауы күпкә еңелерәк. Тап ошондай фекерҙә махсус хәрби операция ветераны Артем Мөхәрәмов. Ул 10 йылдан ашыу машина йөрөтә, шуларҙың 3 йылын — инвалид булараҡ. Ир 2025-се йылда Абилимпикс конкурсында станокта токарь эштәре компетенцияһы буйынса ҡатнашҡан. Һөҙөмтәлә Бөтә Рәсәй кимәлендә 2-се урынға лайыҡ була. Быйыл был йүнәлеш булмағас, машина йөрөтөүҙе һайланым, үҙ миҫалымда барыһына ла мөмкилектәре сикләнгәндәр ҙә тулы тормош алып бара алғанлығын күрһәтәһе килә, ти ул.

Бәйге сиктәрендә Артемға ике өлөштән торған ҡатмарлы һынау тоторға кәрәк буласаҡ. Ҡыҫҡа ваҡыт арауығында юл хәрәкәте ҡағиҙәләре, ашығыс медицина ярҙамы күрһәтеү, административ кодекс һәм машина йөрөтөү һәм төрлө маневрҙарҙы эшләү буйынса белемдәрҙе күрһәтеү шарт.

Әйткәндәй, быйыл «Абилимпикс» бәйгеһенә Башҡортостандан 7 махсус хәрби операция ветераны ҡатнаша. Ҡатнашыусылар араһында Тимур Күсәрбаев та бар. Ул ярышта үҙенең пицца бешереү буйынса оҫталығын күрһәтәсәк. Ә Фидан Миңлеғәлиев эретеп йәбештереү нескәлектәре менән бүлешәсәк. Абилимпикс 2026 26-сы июндән 1 июлгә тиклем Ҡазан ҡалаһында үтәсәк.