Республика көнөндә Өфөлә бер-нисә мөһим сара ойошторола. Уларҙың иң мөһиме Ленин исемендәге парк. Халыҡтың үтенесе буйынса унда Миҙхәт Шакировҡа һәйкәл дә асыла.
Миҙхәт Шакиров Социалистик хеҙмәт геройы, күренекле сәйәсмән. Республика менән 20 йыл тиерлек етәкселек иткән. Миҙхәт Закир улы Шакиров Өфө ҡалаһында тыуған. Атаһы — күренекле башҡорт тел белгесе һәм педагог Закир Шакир улы Шакиров. Өфө ҡалаһының 11-се һанлы урта мәктәбенең ете класын тамамлағандан һуң, 1932 йылда урындағы паровоз-ремонт заводы ҡарамағындағы фабрика-завод училищеһына уҡырға ингән. Бында слесарь һөнәрен үҙләштерә һәм 1934 йылда Өфө паровоздар ремонтлау заводында хеҙмәт эшмәкәрлеген башлай. 1969 йылдың июленән 1987 йылдың июненә тиклем — КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитетының беренсе секретары. СССР Юғары Советы Президиумы ағзаһы һәм КПСС-тың Үҙәк Комитеты ағзаһы итеп һайланған. Хеҙмәт юлында тырышлығы менән уңыштарға өлгәшкән шәхесте күптәр хәтерләй әле.







