Өфөлә Риф Тойғоновтың хәтер кисәһе үтте

Башҡорт дәүләт филармонияһында билдәле шағир, Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Яҙыусылар союзының элекке рәйесе Риф Тойғоновты иҫкә алыу кисәһе үтте.
  • Өфөлә Риф Тойғоновтың хәтер кисәһе үтте

Быйыл көҙ уға 80 йәш тулыр ине.

Риф Ғәлим улы республиканың мәҙәни тормошонда сағыу эҙ ҡалдырҙы. Сығышы менән Ырымбур өлкәһенән, ул ошо ерҙә тыуып үҫкән Сәғит Агиш, Мөхәмәтша Буранғолов, Дауыт Юлтый, Рауил Бикбаев кеүек билдәле башҡорт әҙиптәре сафын тулыландырҙы. Юбилей уңайынан Башҡортостан «Китап» нәшриәтендә Риф Тойғондоң рус телендә «Непостижима жизни суть» тигән фәлсәфәүи китабы донъя күрҙе.

Шағирҙың ҡәләмдәштәре Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбай, шағирә һәм тәржемәсе Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина йылы хәтирәләре менән уртаҡлашты. Риф Ғәлим улының ижадын һөйөүселәр алдында йәш яҙыусылар сығыш яһаны. Башҡортостандың халыҡ артисы Артур Туҡтағолов Риф Тойғон шиғырҙарына ижад ителгән йырҙарҙы башҡарҙы. Байрам Ырымбур өлкәһенең музыкаль коллективтары сығыштары менән дауам итте.