Уйылдан Ғәлин иҫтәлегенә турнир

26 сентябрҙә Ишембай районы Урман-Бишҡаҙаҡ ауылында Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәре Ғәлин Уйылдан Нурғәле улы иҫтәлегенә волейбол буйынса турнир үтә.
  • Уйылдан Ғәлин иҫтәлегенә турнир
Быйыл да ярышта республика журналистары — телевидение һәм радио хәбәрселәре, гәзит-журналдар мөхәррирҙәре, Урман-Бишҡаҙаҡ мәктәбе, Уйылдан Ғәлиндың яҡындары һәм Ишембай районы хакимиәте йыйылма командалары ҡатнаша. Волейбол һөйөүселәрҙе һәм көйәрмәндәрҙе көтөп ҡалабыҙ, башлана сәғәт 10-да.