Өфө районының Зубово ҡасабаһында "Раббани" мәсете төҙөлә

Өфө районының Зубово ҡасабаһында "Раббани" мәсете имам хатибы Мөхәммәт Ғәлләмов тәҡдиме менән яңы мәсет төҙөлә.
  • Өфө районының Зубово ҡасабаһында "Раббани" мәсете төҙөлә

Эштәр барышы менән танышыу өсөн бында Иран һәм Төркиә вәкилдәре килде. Тулыраҡ мәғлүмәт киләһе сюжетта.

Әлегә төҙөлөп бөтмәгән мәсеттә беренсе аҙан тауышы яңғырай. Мәсеткә нигеҙ ташы 2022 йылда һалынғайны.

Проект буйынса «Раббани» мәсетенең ҡыйығы фирүзә, ә тышҡы стеналары аҡһыл төҫкә буялған. Дин әһелдәре әйтеүенсә, был төҫтәр таҙалыҡ, сафлыҡ һәм тыныслыҡ символы булып тора.

Материалдар Башҡортостандан ғына түгел, күрше төбәктәрҙән шулай уҡ Дағыстан, Ингушетиянан да килтерелгән. Диуарҙар күтәрелеп, ҡыйыҡ ябылһа ла, эшләнәһе эштәр күп әле, ти меценаттар.

Мәсет төҙөүҙә күрше төбәктәрҙән башҡа, Иран, Төркиә, Берләшкән Ғәрәп Әмерлектәре вәкилдәре лә ҡатнаша.

Төҙөлөш янындағы бәләкәй мәсеттә әле махсус хәрби операция яугирҙарына психологик ярҙам күрһәтелә. Ошонда уҡ балалар өсөн дин дәрестәре лә үткәрелә. Башҡортостанда беренсе тапҡыр мәйетхана ла тап ошо мәсет урамы эсендә төҙөлгән.

Төҙөлөп ятҡан Раббани мәсетендә тәүге аҙан тауышын тыңларға Рәсәй мосолмандарының үҙәк диниә назараты рәйесе Тәлғәт Тажетдин, Төркиә, Дағыстан, Татарстан, Ульяновск һәм Пенза өлкәләре делегациялары ҡатнашты.

Ҡунаҡтарға мәсет тирәләй экскурсия ойошторолдо, изге урында, асыҡ һауала, төшкө аш намаҙы ла уҡылды.